Күктә ай — алтын умарта…

Күктә ай — алтын умарта.
Ә йондоҙҙар — күс иле.
Бар йыһандан йыйып, улар
Нур ташыйҙар, гөж килеп.

Ай тулып та килә, ҡара! —
Башланыуға ни ара.
Былай булғас, йондоҙҙарҙың
Эше ырамлы бара.

1966

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *