Кәңәш

Оло йөрәк йәшәй йәшнәп-күкрәп,
Буш йөрәктәр йәшәй ҡалтырап;
Осҡон ғүмерендәй дан өсөн ул
Була хаин, була олтораҡ.
Оло йөрәк туҙалыр иртәрәк.
Туйҙа түгел — яуҙа, ярышта.
Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ өсөн барған
Мәңгелек, ҙур, ауыр алышта.
Оло йөрәкле бул. Батырҙарҙы
Шөһрәт үҙе таба доңъяла.
Осҡон һүнгән урынды көл ала.
Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.

Читать Стих:  Йәшәү бәхете

1963

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *