Кавказ

Тау кешеһе кеүек ғорур Кавказ
Аҡ башлығын кейгән башына,
Ниҙелер ул хәтерләгән һымаҡ
Баҫып тора диңгеҙ ташына.

Диңгеҙ уның йәш кәләше, гүйә,—
Муйынына килеп һарылған.
Ахыры, ул яуҙан ҡайтҡан ирен
Шундай һөйә, шундай һағынған?..

Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә,
Шат ғүмерҙең оҙон, тынысын.
Ҡыяҡ гөлдәр булып үҫһен, Кавказ,
Билдән һалған хәнйәр-ҡылысың!

Читать Стих:  Рәхмәт йыры

1961