Ҡауышыу

Боҙло төндәй мәмерйәнән сыҡтым,
Күҙ сағылды сағыу ҡояшҡа.
Йәш япраҡтың йәшкелт томанында
Ер менән күк килеп тоташҡан.

Ҡая таштай ҡатып, ҡарап торам
Тауға менеп килгән ҡайынға.
Шул аҡ ҡайын үҫкән ҡыраста бит
Еләк йыйған эҙең ҡайылған.

Эҙҙәренде юллап килеп сыҡтым
Балалығың ҡалған ереңә.
Үҙең булмаһаң да, бынау ҡайын
Ҡайтҡан үҙең төҫлө күренә…

Читать Стих:  Аҡыллыға серем систем...

Бәй, ни булды? Әллә күҙем алдай?
Юҡ, алдамай — үҙең күрендең!
Әллә, килгәнемде тойоп, минән
Көнләнеңме тыуған ереңде?

Йәнгә яҡын был ер — йәннәт бит бер —
Әллә һинән, әллә ҡояштан?
Ниндәй иҫерткес был йәшел томан,
Ер менән күк килеп ҡауышҡан!..

Читать Стих:  Хазина

1961