Кем өсөн?

Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал ла сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

1916

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *