Китһә лә атам

Китһә лә атам,
Ҡалдырған Ватан.
Шул Ватан тиеп
Башымды ватам.

Уттарҙа янам,
Һыуҙарға батам,
Эштәрен уйлап,
Йоҡоһоҙ ятам.

Бар байлығым һин,
И ғәзиз Ватан.
Шул байлыҡ өсөн
Ҙур рәхмәт, атам!..

1961