Күркәмлек

Ағас күрке — япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ!
Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ.
Тик кешенең күрке сепрәк булһа,
Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ…

Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине
Кейемеңә ҡарап күрәләр,
Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар,
Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр.

Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе,
Мин һыҙланам шулар өсөн дә:
Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм,
Тик кешеһе етмәй эсендә!..

Читать Стих:  Һин тотаһың беләгемдән...

1956