Күҙ алдымда һин булмаған

Күҙ алдымда һин булмаған,
Һинең хаҡта уйламаған
Көнөм, төнөм бар микән?
Бар икән шул, бар, иркәм:
Ул да булһа, бер табышып,
Йылдар буйы бер ҡауышып,
Бергә булған көн икән,
Бергә булған төн икән…

1961