Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә

bashkirskie-stihi
Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә
Яҙ яҙа шиғырҙарын:
Ел ҡәләме елеп йөрөй,
Һирһеп ҡояш нурҙарын.
Яҙ шиғырын илһамланып
Уҡый ҡоштар, йылғалар.
Хатта, иреп, тау-таштар ҙа
Күҙ йәше ағыҙалар!..
Яҙ йырсы ул, яҙ рәссам ул,
Төрлө моң, өн, буяу ул.
Яҙ йоҡламай, ижад итә,
Һин дә, шағир, уяу бул.
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: