Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла…

Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла,
Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла,
Һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман,
Һәм мин китеп тә барырмын донъянан.

Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан,
Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан.

Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр,
О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр.
Күтәрһендәр! Тау хәтлеге йөктәрҙе
Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.

Читать Стих:  Күңелле саҡта

Ергә киске эңер төшөп килгәндә,
Дуҫтар ҡайтып ултырырҙар бүлмәмдә.
Ҡараңғыла, һөртмәйенсә күҙ йәшен,
Берәү шул саҡ тыныс ҡына өндәшер:

— Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды —
Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды…

1948

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *