Өмөт

Беҙ ҡауышҡан көндө һуғыш сыҡты,
Туйҙан яуға киттем мин ул көндө.
Тау ҡәҙерле ҡайғы ҡалдырҙым да
Алып киттем барлыҡ өмөтөңдө.

Һин ике ҡат һүнеп тоҡанғанһың,—
Ике тапҡыр үле хәбәре алғас.
Өмөтөң һаман ҡалған өсөнсөгә,
Мине ҡаршыларға, яу туҡталғас.

1956

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *