Матурлыҡ

bashkirskie-stihi
Үтер йылдар,
Үтер күп быуаттар
Һәм асылыр яңы донъялар.
Беҙҙең тормош,
Беҙҙең әкиәттәр
Тарих биттәренә оялар.
Был тарихте уҡып, киләсәктә
Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?..
Ә кем белә,
Бәлки, беҙгә кире
Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр?
Һағынмаһалар ҙа,
Һокланырҙар:
— Ниндәй көс, тип, ниндәй батырлыҡ!
Шул батырлыҡ —
Беҙҙең матурлыҡ та!
Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ.
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: