Ғүмер

Ғүмер — йүгәнһеҙ ат.
Иллене лә,
Алтмышты ла ҡыуып уҙа ул.
Ҡыш та, көҙ ҙә, яҙ ҙа тотҡар түгел,
Упҡындар ҙа уға — түтә юл.
Кем туҡтатыр уны?
Елһен әйҙә,
Айҡап Тыуған илдең ер, күген,
Һуңғы сәғәтте лә юл өҫтөндә
Ҡаршылаһын елеп, тир түгеп.

Читать Стих:  Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды

1960

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *