Миңә йүн, исмаһам

Мин халыҡҡа аптыраймын: ниңә улар көн һанай?
Ник тарығалар? Уларға донъя бит бик киң һарай!

Нимәгә ашҡына улар, әйтсе әле, был йүнме ни?
Аптыраймын, бит улар хөр, һуң улар, ә минме ни?

Көн һанаһам һәм ашыҡһам, ул миңә йүн, исмаһам,
Бер ҙә ашыҡмаҫ инем мин, ситкә сығып китмәһәм.

Читать Стих:  Башкортостан

1910

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *