Мин бөгөн торам — уртаһында…

Мин бөгөн торам — уртаһында,
Асылы ахры был донъяның яһалма,
Берәр айға ла бармай серегән алма.
Дуҫың ысын дуҫ түгел һәм дошмандарың да
Ғәжәп дошман түгел, һин ысынға алма.
Яһалма дуҫтарың вә дошмандарың да,
Мәгәр хәйлә-мәкер тулған барында.
Кәрәк ҡайһыһына әйтһәң тура һүҙ,
Һине сәнсер, бысаҡтары янында.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *