Мин йәм табам…

Бөгөн ҡояш та бик көләс,
Ҡар ҙа елбәҙәк кенә.
Күк тә зәңгәр. Ҡыш тимәҫһең,
Ел дә тик еләҫ кенә.Дуҫтарымдың күҙе йондоҙ,
Биттәрендә көн уйнай.
Тыуған ерҙең йәмлелеген
Ҡарай-ҡарай күҙ туймай.Яңы бәхет, шатлыҡ килә
Яңы йыл менән бергә.
Айға менгән, йыһан гиҙгән
Мөҡәддәс, бөйөк ергә.

Читать Стих:  Таш өҫтөндәге гөлдәр

Эй башҡарғас, ҡыуаныстан
Йырлай торған йола бар.
Мин йәм табам халҡым һөйгән
Ошо матур йоланан.

1959

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *