Муйылдар, муйылдар

Муйылдар, муйылдар, муйылдар,
Муйыл йылы булып ул йылдар
Йөрәгемә минең уйылған —
Күмгәйнем мин һине муйылға…

Әле һаман аға ул йылға,
Тик муйылдар инде ҡойолған.
Йәшлек үтмәҫ булып тойолған…
Нисә йылдар үтте ул йылға…

Күңелем юҡ һинән туйынған,
Тик ашманы уйым бойомға…

Читать Стих:  Усаҡ йыры

1961