Ниңә?

Ниңә күрҙем, ниңә яраттым мин,
Ниңә күңелемде яуланың?
Ниңә һинең моңһоу күҙҙәреңдән
Күҙҙәремде ала алманым?

Ниңә килмәнең һин иртәрәк?
Ниңә һине күптән күрмәнем?
Fүмеремдең наҙлы минуттарын
Ниңә һинең менән бүлмәнем?

Күпме тыям бәйһеҙ йөрәкте,
Ярамай, ҡуй, уны һөймә, тип.
Алыҫтағы ҡояш йылыта алмай,
Уның өсөн янма, көймә, тип.

Читать Стих:  Йәшәү бәхете

Тик ҡайҙа һуң!..
Һөйгән йөрәктәрҙе
Айыра торған кәртә бармы ни?!
Һөйөү-һөйөлөү тулҡын-тулҡын булып
Ярһып килә, иртә яҙмы ни…

1955

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *