Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын

bashkirskie-stihi
Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.
Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас…
Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.
Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере — заяға!..
Ана, инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!
1962
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: