Нисә йылдар торам ер төрмәһендә…

Нисә йылдар торам ер төрмәһендә,
Тора-тора ағарҙы инде сәсем дә.
Ҡайҙа әүәлгесә тәмле илауҙар,
Зәһәрле бер асыу бар күҙ йәшемдә.

Ҡайҙа баҡһаң да бысраҡлыҡ вә пислек,
Уҫаллыҡ һәммә ҡартында, йәшендә.
Гонаһлылар, яниләр донъяһы был,
Торалар мәскәнәт зилләт эсендә.

Әҙәм, һауа был ергә ырғытылғас,
Хәҡир — хур итте алла һәммәһен дә.
Гонаһлы беҙ, гонаһыбыҙ шомлоғонан
Торабыҙ беҙ хоҙайҙың төрмәһендә.

Читать Стих:  Увядший цветок

1915

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *