Октябрь килде

Алтын япраҡтарға төрөнөп,

тағы көҙ етте.

Ал байраҡтар түбәләрҙән

тағы нур һипте.

Октябрь килде: өйөмдә

байрам, ҙур байрам.

Ҡыуаныс таша күңелдә

хайран, ҙур хайран!

Эй Октябрь, һәр йыл шулай

шауың менән кил,

Рух байлығыңдан нур алып,

йәшәрһен бар ил.


1957

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *