Тиң булырмы?

Белмәгән менән бәрәбәрме белә торған кеше? Тиң булырмы күрмәгән менән күрә торған кеше?Берме үҙ-үҙен наҙанлыҡ ҡәберенә күмгән менән Ысын ғилемдән ҡәлбенә рух-йән бирә торған кеше?  

Теләймен

Хоҙайға илап, теләйем теләк: Беләккә — ҡеүәт, йөрәккә — йөрьәт. Утлы пар кеүек һулыш теләймен. Зөлфәҡәр кеүек ҡылыс теләймен. Ҡабынһын донъя, бер өрһәм «өф» тип, Табынһын миңә аждаһа, ғифрит! 1916

Скрипка

Әй минең һыҙғыслы нәмәм, әй матур кәкре муйын! Әй күңелдең наҙлы урынынан урын тотҡан уйын. Һандуғас күк һыҙҙырып һайрап ебәрсе бер генә, Һайра, йырла, тик мине дәртләндереүсе һин генә. Һин генә иң нескә хистәр, нескә моңдар шишмәһе, Һин тауыштар ҡаҙнаһы һәм һин уйындар батшаһы. Һин был донъяның түгел, ожмахта хурҙар сазы һин, Саф, матур, моңло

Сеп-сей наҙан

Бер әҙәм: «Русса беләмһең һин?» — тип Һораны; мин әйттем: «Беләмен мин» — тип, «Йә, һөйләп ҡара!» — тигәс ул, мин тинем: «Знакум, я бит ничауа незнаем!» «Шәп икәнһең руссаға, Шайҡулзадам, Кем өйрәтте, әйтсе?» — тине ул әҙәм. Мин был һүҙгә аптырап торҙом; ләкин Аңланым тиҙ: ул икән сеп-сей наҙан! 1911

Салауат батыр

Салауат ҡандай бәһлеүән? Салауат ҡандай бәһлеүән? Даусан, яусан бәһлеүән, Еңелмәүсән бәһлеүән. Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Арыҫландай алышҡан, Уғы алған алыҫтан. Салауат — Урал балаһы, Салауат — йөрәк ҡәғбәһе, Ерҙә әнүәр кәүҙәһе, Күктә зәңгәр шәүләһе. Салауат дауҙы ҡайтарған, Салауат яуҙы айҡаған, Ҡылысы тауҙы аҡтарған, Тауышынан күл сайҡалған. Салауат — йәнле шәжәғәт, Салауат мәңге сәләмәт,

Остолар

Гөрләшеп, дәртле минуттар Остолар моңдар менән; Мин төшөп киттем, төшөп киттем, Төшөп киттем түбән. Остолар моңдар һауаға, Йырлашып ҡыҙҙар менән; Мин тороп ҡалдым көйөп, әрнеп, Күңел һыҙлау менән.

Миңә йүн, исмаһам

Мин халыҡҡа аптыраймын: ниңә улар көн һанай? Ник тарығалар? Уларға донъя бит бик киң һарай! Нимәгә ашҡына улар, әйтсе әле, был йүнме ни? Аптыраймын, бит улар хөр, һуң улар, ә минме ни? Көн һанаһам һәм ашыҡһам, ул миңә йүн, исмаһам, Бер ҙә ашыҡмаҫ инем мин, ситкә сығып китмәһәм. 1910

Матур һындар

Матур һындар, матур ҡыҙҙар, матур сыңдар, Әйткән саҡта, исемегеҙ матур сыңлар. Һеҙҙе күреп, йәмгә сумып, киттем иреп, Аҡылһыҙҙар, аҡылһыҙ, тип баҡырһындар. Ҡарап ҡарайыҡ: аҡыллылар нишләр икән, Бар аҡылды көрәшергә саҡырһындар, Ҡарап ҡарайыҡ: бер һылыуҙы еңер микән, Сихри күҙҙән сихри уҡтар атылһындар. Ҡыҙыл ирен бер йылмайһа, хоҙай шаһит, Бөтә фекер әсир төшөр, аҡыл шөрләр. Ике тәңре:

Күңелһеҙ саҡта

Юҡҡа сыҡҡан, юҡҡа икмәкте сереткән бәндә мин, Бер зәгиф, көсһөҙ, һөнәрһөҙ, буйға бөткән бәндә мин. Сәскә төҫлө күкрәп үҫкән иң ҡәҙерле саҡтарым Бер ҙә юҡҡа алданып, тик исраф иткән бәндә мин. 1913

Күңелле саҡта

Пак тыуып, выждан менән, паҡлыҡта үҫкән бәндә мин, Бәндәләргә «бәндә» булғандар эсендә алла мин. Саф иман тапланмаһа, тәҡдир аяҡтан салмаһа, Нурлы йондоҙҙарҙан да нурлы ялтырармын алда мин. 1913

Килтер

Тәрилкәгә күмәсеңде өйөп килтер, Бабич ағай, ашап бөтөр, тиеп килтер; Килтергәндә йырлап килтер, бейеп килтер, Шәйх ағай ашаһын, тип, һөйөп килтер. 1918

Кем өсөн?

Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым. — Ит ғәфү әй, ай, тинем мин, Нурҙарыңды урланым. — Һис зарар юҡ, ал, тине ай, Ал ла сәс нур халҡыңа; Мин дә бит төн хаҡына Алдым ҡояштың нурҙарын. 1916

Көтәм

Йөрөгән саҡта башҡорт туғайҙарын Йәнем әллә ҡайҙа елкенә; Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын, Йөрәгемә моңдар бөркөлә. Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм, Балҡый йәннәт нуры — гөлостан, Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм, Аңҡый хәсрәт, үлем — гүрестан. Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр, Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп, Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар. Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп, Ләғнәт уҡыйым, кемгә — белмәйем,

Йәш шағирҙың ҡәбер ташында

Ваҡлығы менән йыһандың ваҡһынаһым килмәне, Ят үлемде ҡаршы алдым, ятһынаһым килмәне. Донъяла йәнгә тыныслыҡ юҡлығын белгәс тамам. Мин әле йәш, тип, үлемдән тартынаһым килмәне. Тар ҡәберҙең ҡуйынына керҙем — ҡотолдом донъянан, Сөнки биҙҙем донъянан, артыҡ тораһым килмәне. Йәшләй үк керҙем ләхеткә, киң түшәкте тарһынып. Төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне. 1916

Йәмле көн

Әх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп-тәтәй, Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй. Хаузы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек, Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп ләззәт татый. Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах көнөнән йәмле көн. Ҡайҙа ожмах — фирҙәүес бер яҡта торһон хатта ки! 1916

Йәм күрә алмам

Ҡурҡыныс уйҙар килеп баҫҡас, ирекһеҙ баш бөгәм, Эстә хәсрәт ҡайнашып ташҡас, өҙлөкһөҙ йәш түгәм. Йәм күрә алмам, ғәмле хәлдәр китмәйсе, йәш кипмәйсе, Күҙ йәшемде киптерерлек яҡты ҡояш сыҡмайсы. 1916

Ике шәкерт

Бер бүлмәлә ике шәкерт дуҫ ҡына торған була, Эстәре бошҡанда йырлап, уйнаған, көлгән була.Керһә алдарына ҡыҙ, дуҫлыҡтары сиктән аша: «Ҡыҙҙы мин ҡосам элек»,— тип дөп тә дөп йоҙроҡлаша! 1910  

Зөһрәгә

Әй, матур ҡыҙ Зөһрә йән, Мин һине күрәм ҡасан? Әй, Бибизөһрә, һиңә Төштө ысын ғишҡым, ышан. Бик матур, бик йәмле тип Мәрйәм апай маҡтаны. Шул минутта күңелемде Мөхәббәтең ҡапланы. Күрмәһәм дә күргән кеүек, Төштө ғишҡың ҡәлбемә. Зөһрә ҡыҙҙы насип ит, тип Доға ҡылдым тәңремә. 1917

Дошмандар

Тыш яҡтан йылмаңлап, дошмандар Төшкәндәр беҙ төшкән юл менән; Яҙыҡлы, ләғнәтле ҡул менән Беҙ ҡосҡан баланы ҡосҡандар.Алданма, аҡ күңел башҡортом, Юлатма йыланды ҡуйыныңа; Һарылып мәлғүндәр муйыныңа, Башыңды мөнйөрҙәр аҡыртын. Ҡуя тор киңлекте, аҡлыҡты, Ҡара бул, зәһәр бул дошманға; Сер бирмә һыналған ҡуштанға, Башыңа бетеү ҡыл һаҡлыҡты. 1918  

Гөнаһ, яза

Таянып эйәккә, Күҙ тегәп йыраҡҡа, Ултырам уйланып Бер үҙем бер яҡта. Уйланам, уйланам, Уй менән юғалам… Бер ваҡыт кинәттән Һиҫкәнеп уянам. Уянам, ни күрәм: Әйләнә һәр тирәм, Уй тәрән һәм томан… Шаҡ ҡатып тик торам. Мин, имеш, аҙам, Мин, имеш, туҙам, Гөнаһым — туҙан, Тау кеүек язам! 1915 Грех и наказание (Перевод на русский язык)

Бәхетем

Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем, Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем. Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым. Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр Тәғзим итәләр, биреп сәләмдәр. Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым, Оса янымда күбәләктәрем. Латиф ел — саба, тип: «Мәрхәба!..» Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә. Менһәм тауға, их, осайыммы

Буржуй

Ҡып-ҡыҙыл ҡандар йүгергән күҙҙәреңдең ағына, Күҙләүең — ҡорһаҡ ҡына, һүҙҙәрең — донъя ғына. Социал тимһең үҙеңде, ҡып-ҡыҙыл, тип, маңлайың? Ник ҡыҙыл ул? Сөнки имгәнһең фәҡирҙәр күҙ майын. Ник ҡыҙыл ҡандан буялған күҙ төбөңдөң керпеге? Юҡ һинең күңелең төбөндә тамсы шәфҡәт бөртөгө. Ник һинең мәҡһүр, ҡалын иренең ҡарағусҡыллана? Сөнки күңелеңдә фәҡирҙәргә асыу, мыҫҡыл яна. Шул көйөнсә

Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар

Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар, Күп ырыуға баш йорттар. Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр, Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар. Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр. Сәхрәләр — ожмах улар; Унда гөлдәр тирбенеп, Йәмләнергә саҡыралар. Унда ҡоштар һайраша, Күлдә ҡамыш шаулаша. Ҡамыш буйы әрүшә, Тамаша, әй тамаша. Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар; Урал аҫты алтындыр, Өҫтә — шәфҡәт балҡыйҙыр. Һиҙен,

Бер минут

Бер минутта ташты күңелем, бер минутта булды ут, Берсә янды, берсә туңды, барыһы булды бер минут. Бер минут бар донъяһын ҡарғап ҡабынды уттарым, Янды, көйҙө, парса-парса булды меҫкен күкрәгем. Эйе, янды күкрәгем… Тик, юҡ, ләкин меҫкен түгел, Был йөрәк — утлы йөрәк, уткен күңел, киҫкен күңел. Ул яна, тик ҡайғырып янмай, яна шатлыҡ менән, Ул

Бағбостанда

Эй илаһи, килде лә керҙе моронға тәмле еҫ, Эй ғәзиз кис, йәмле кис һәм йәнле кис, илһамлы кис.Йәмле өҫтәл өҫтөнә йәйгән матур аҡ эскәтер, Эскәтер өҫтөндә ҡоймаҡтар нәфис еҫ еҫкәтер. Эс, ҡунаҡтар, тип самауыр шатланып йырлап тора, Һәм дә Бағбостан йөҙө илһамлы ай күк яҡтыра. Алдыбыҙҙа май менән балдар торалар: «Ҡап», — тиеп, Һәм Бабич

Башҡортостан

Арыҫландар үҙ ерен Залимдарҙан таптатмаҫ, Таптаймын тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сапҡан яу Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ, Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ. Башҡортостан — гөлбостан, Сөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән Башҡорт атлы арыҫлан! Башҡортостан баҡсаһы — Арыҫландар торған ер; Арыҫландар бабаһы — Ҡаһармандар йөрөгән ер; Ҡаһармандар кәүҙәһен Ҡосаҡлаған, күмгән ер; Хәләл ҡандар

Аҡтыҡ зарым

Валлаһи, һин сәнселеп кит, тонсоғоп үл, бөт, ҡаҙал. Шунда ла һис кем дә күрмәҫ, валлаһи, бер эт ҡәҙәр! Нишләйем һуң? Әйтсе, зинһар, сәнселәйемме, нишләйем? Сәнселеп, сәсрәп сығайыммы?.. Нишләһәң дә, эш ҡыйын. Нишләйем һуң — зәҡҡумлы хәсрәттәр менән күңелем яна, Нишләйем һуң — мәлғүн иблестәр төкөргән донъяға! 1915

Афарин

Афарин һеҙгә, ирек сулпандары! Афарин, ысын изгелек солтандары! Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары. Афарин, их… донъяға шатлыҡ килә, Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә; Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом; Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә. Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек. Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек. Афарин, әй һеҙгә миллион афарин; Нурлы

Айға мендем

Айға мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным, Күп һөйөндөм, һөйөнөс менән төйөлдөм, туйманым. Туйманым, айҙан уҙып, мендем ҡояшҡа ашҡынып, Юҡ, шулай ҙа булманы ташҡын күңелде баҫтырып… Шул барыштан барышыма, киттем хоҙайҙың ғәрешенә, Ун һигеҙ мең ғаләме артымда ҡалды барыһы ла. Ни өсөндөр тапманым күңелем ҡарар ғәрешендә лә, Көрсөйҙө күрһәм дә хатта тынманым уныһында ла. 1914

2 ғинуар көнө

Бөгөнгө көн мин тыуҙым, Иламайса, тын тыуҙым; Истиғдадтан, зәканан, — Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым. Ғүмерем үтте бикарерәк, Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым; Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым, Ник яралдым, ник тыуҙым? 1918

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа, Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн Әрней минең иҫке бер яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Тимер ярсыҡ — яра төбөндә, Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә, 1955 Тяжелый снег идет три дня (Перевод на русский язык) Тяжелый снег идет три дня. Три дня подряд, Три дня подряд. И ноет рана у меня

Өс мөғжизә мине әсир алды…

Өс мөғжизә мине әсир алды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Өс сер мине уйға, шомға һалды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында. 1977 Три чуда пленили меня… (Перевод на русский язык) Три чуда

Өмөт

Беҙ ҡауышҡан көндө һуғыш сыҡты, Туйҙан яуға киттем мин ул көндө. Тау ҡәҙерле ҡайғы ҡалдырҙым да Алып киттем барлыҡ өмөтөңдө. Һин ике ҡат һүнеп тоҡанғанһың,— Ике тапҡыр үле хәбәре алғас. Өмөтөң һаман ҡалған өсөнсөгә, Мине ҡаршыларға, яу туҡталғас. 1956

Әйтелмәгән һүҙ

Айырылышыу минутында Гел шулай тиһең миңә: — Әйтә алмай ҡалдым һүҙемдең Иң кәрәклеһен генә. Йәшәлмәгән ғүмер бит ул — Әйтелмәгән шул һүҙең, Алдағы өмөт, яныуҙар, Мөхәббәтең һәм үҙең. Мәңгегә оҙатҡанда ла Һин әйтһәң ине миңә: Ҡалды шул, ҡалды һүҙемдең Иң кәрәклеһе генә.

Һөйөү нимә, тинем…

Һөйөү нимә? — тинем ир кешегә. — Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. — Һөйөү нимә? — тинем мин ҡатынға. — Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү. 1977 Что такое любовь, я спросил… (Перевод на русский язык) — Что такое любовь? — я спросил у мужчины однажды. — Ради женщины, — ответил он мне, — пройти через

Һәр аҙнамдың ете көнө…

Һәр аҙнамдың ете көнө Ете шәмдәй йым-йым итә, Моңдар сәсеп, ете төнө Ете көмөш ҡылды сиртә,— Һинең менән бергә саҡта Тыуған яҡта. Һүнгән шәмдәй һәр бер көнөм, Өҙөлгән ҡыл — һәр бер төнөм,— Һинән башҡа, яңғыҙ саҡта Ят тупраҡта. 1966

Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса…

Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса. Төнгө тымыҡ күлдең буйында Пар-пар булып йоҡлай аҡҡоштар, Муйындарын һалып муйынға. Улар йоҡлай. Ҡоштар бәхетен Өркөтмәҫме өндәр ҡағылып? Ҡоштар бәхет сиккән сәғәттә Уттар йотам, һине һағынып… 1973

Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын…

Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын, Өшөгәндә — уттың йылы йомартлығын; Ҡара төндә онотторҙоң ай хаҡында, Зәһәр ҡышта онотторҙоң май хаҡында; Эш өҫтөндә һин бит мине ялһыҙ иттең, Өмөтөмдөң диңгеҙҙәрен ярһыҙ иттең; Тик үҙеңде күҙ асып күҙ йомғансы ла Онотмаҫҡа мәжбүр иттең — бер тамсы ла. 1959

Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым

Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым, 1954   В краю моей любимой (Перевод на русский язык) Я побывал в краю моей любимой. Его весну я долго в сердце нес. Здесь детство с милой пробегало мимо Веселых подрастающих берез. Быть может, я иду сейчас, ступая В ее когда-то промелькнувший след. Здороваясь с березами, не зная, Что им, как

Һин йоҡлайһың…

Һин йоҡлайһың. Йоҡоң шундай тыныс Иртә таңда. Һулышыңдан дәрт орлоғо шыта Минең каңда.Нисәнсе ҡат һоҡланамын һиңә Иртә таңда. Нисәнсе ҡат йыр яҙамын һиңә Иртә таңда.Ҡайҙа ғына китеп, ни күрһәм дә Инде алда, Табынырмын бары һиңә генә Иртә таңда, Иртә таңда, Иртә таңда…1977   Ты спишь… (Перевод на русский язык) Ты спишь. Как спокоен твой сон

Һауалағы бөркөт һымаҡ…

Һауалағы бөркөт һымаҡ, Ғорур инем. Йәш инем. Бар донъяға баш бирмәнем, Мөхәббәткә баш эйҙем. Үтте йәшлек, елеп үтте. Артында туҙҙы туҙан. Хәҙер инде уҙыр юлды Туҙан туҙҙырмай уҙам. Тик бөгөлмәҫ билем Хатта Пәйғәмбәр Мөхәммәткә, Нескә талдай бөгөлә ул Һаман шул Мөхәббәткә. Юл осланыр… Ап-аҡ ҡарға Ҡапланырҙар түбәләр. Шул саҡ бер юлы әйтелер Әйтеләсәк тәүбәләр. Әммә

Һандуғасҡа ниңә буй-һын…

Хәсән Туфанға Һандуғасҡа ниңә буй-һын, Нимәгә уға биҙәк? Таңда бер һайрап ебәрһә, Биш ҡат өҙөлә үҙәк. Шағирға ниңә чин кәрәк, Нимәгә уға титул? Батшалар ятлап алырлык Шиғырҙар яҙа бит ул. 1968 К чему красота соловью… (Перевод на русский язык) К чему красота соловью, Узоры и жар оперенья? Затянет он песню свою, И всех обожжет его

Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе…

Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе Төнгә ҡаршы бүләк итәләр. Шуға күрә шиңгән сәскә менән Ҡаршылана байтаҡ иртәләр. Бер ҡатлыраҡ шаян саҡтарымда Ул хистәрҙе мин дә татыным, Сөнки төнгә ҡаршы Төнгө һуҡыр Сәскәләрҙе мин дә ташыным. Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам, Ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә; Ҡояш сыҡҡан саҡта, сәскә ҡуям Ул баш һалған йомшаҡ мендәргә. 1964

Ҡалпынаһың, ашҡынаһың…

Ҡалпынаһың, ашҡынаһың, Күҙҙәреңдә нур ғына; Эй, йәш егет, йөрәгеңдән Ниндәй шатлыҡ урғыла? — Янып-шашып, янып-шашып Булдым ғашиҡ!.. — Сал сикәле уҙаман ир, Ниңә ауыр ҡанатың, Ниндәй хсрәт төштө һиңә, Ниңә моңһоу ҡарашың? — Янып-шашып, янып-шашып Булдым ғашиҡ… 1970

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм…

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм — Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ. Боҙолошоу — сирек әжәл. Әжәл менән һынашмағыҙ. Араларға ышанмағыҙ, Ваҡыттарға таянмағыҙ. Айырылышыу — ярты әжәл. Әжәл менән шаярмағыҙ. Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа, Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ. Һөйөү һүнһә, кеше үлә. Әжәлдәрҙән саралар юҡ. 1977 Влюбленные, к вам обращаюсь… (Перевод на русский язык) Влюбленные, в упреках пыл умерьте, Боль

Яҙылмаған, һыҙылмаған…

Яҙылмаған, һыҙылмаған Мөхәббәт ҡанундары Шатлыҡ килтерә әрнеүҙәр, Туңдыра яныуҙары. Ҡараңғы яһай көндәрҙе, Төндәрҙе яҡты итә. Яртыларҙы бергә ҡуша. Бөтөндө ярты итә. Ваҡытҡа ҡояш баш түгел, Уға мөхәббәт хужа. Айы йылдарға тартыла, Көнө сәғәттә уҙа. Шағир әйткән: «Уның өсөн Оло ла, кесе лә юҡ…» Ә ғәмәлдә ни еттелә Бик улай эше лә юҡ. 1977

Ярҙар ҡала

Бер пароход, төтәй-төтәй, 1964 Берега остаются (Перевод на русский язык) По Белой, басистый и гордый, Смешной пароходик чадит. В лаптях, В тюбетейке потертой На палубе мальчик сидит. Куда он — с тряпичной котомкой? К чему направляет свой путь? Лишь берега дымная кромка Да Белой молочная муть Вдали. И на воду большую Глядит он и все

Ямғыр

Йәйге ямғыр, көмөш булып, Һибелгән саҡта, Название на русском (Перевод на русский язык) Мальчишка без шапки бежал под дождем, Смеясь, крутя головой. «Вырасту»,— думал. И дальше бежал Вровень с плакун-травой. Он вырос. Летний дождь никогда Помехой не был в труде,— С распахнутым воротом он стоял Без шапки на борозде. В годы засухи вместе с землей

Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм…

Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм, Юлдарым һиңә бара. Йылдарым япраҡтай ҡойола, Тик яҡынаймай ара Юлдарым һиңә бара. Йылдарым япраҡтай ҡойола, Тик зарланыр юҡ зарым! Бик урау-урау булһа ла, Һиңә бара юлдарым. Зарланырға юҡ зарым. Тимәк, мин әле һөйәмен, Шул юлдан киләм икән, Тимәк, мин әле йәшәйем, Әгәр ҙә һөйәм икән, Юлымдан киләм икән. 1964

Эй Мөхәббәт…

Эй Мөхәббәт! Тилерткес бер яҙҙа, Һандуғаслы яҙҙа Сағылда Исемеңде аҡ ҡайынға сыйҙым Әле малай ғына сағымда. Зәһәр ҡышта, ҡулыма ҡуҙ алып, Боҙға яҙҙым — түгел заяға. Елдәр менән яҙҙым диңгеҙҙәргә, Йәшен менән яҙҙым һауаға. Ғүмер буйы аҡ ҡағыҙға яҙам Йә әрнеүле, йә шат мәлдәрҙә. Яҙырҙарға миңә яҙмаһын тик Исемеңде ҡара мәрмәргә… 1977

Хыял

Күтәрелдем бейек түбәләргә, Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар. Тауға ҡарап, тау булаһым килде. Ах, хыялым минең — шул тауҙар.Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә Йөрәгемә бәреп индегеҙ? Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ. Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ.Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә, Һәр бер һулышыңды тоямын. Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең Тик һаман һин минең хыялым. 1969  

Утыҙ көн һинһеҙ мин, утыҙ төн…

Утыҙ көн һинһеҙ мин, утыҙ төн, Утыҙ тәүлек, тимәк Әйтерһең дә, утыҙ даръя кистем Бер береһенән киңерәк. Гүйә, утыҙ тауға мендем мин Бер-береһенән бейек, Утыҙ таң ҡаршыланым, утыҙ туңып, Утыҙ ҡабат көйөп. Утыҙ шигем, утыҙ өмөтөм, Утыҙ уйым — бер һин. Минең кеүек һөйгән кешеләргә Сабырлыҡтар бирһен. 1958 Тридцать дней без тебя и тридцать ночей…

Усаҡ йыры

Зая үткәндә, түлһеҙ хыялдарҙы «Төтөн» тибеҙ, тимәк, буш, тибеҙ. Көҙгө урманда бына усаҡ яҡтым, Усағыма рәхим итегеҙ.Тартынмағыҙ. Йылыһын да бирәм, Яҡтыһын да бирәм ҡуш ҡуллап. Тик тыңлағыҙ — ҡалай йырлай ялҡын, Ҡалай илай төтөн, һулҡылдап. Ғүмер баҡый ут эсендә булдым — (Буләкме был әллә язамы?) …Күрҙем, ялҡын — яныу ҡыуанысы. Белдем, төтөн — яныу ғазабы.

Украина

Украина. Ағастарын һығып 1943 Украина (Перевод на русский язык) О Украина! Ветви наклоня, Вся в яблонях, плывет твоя долина. Сапер отрыл траншею для меня, Твои цветы засыпав, Украина! Нет, не тиха украинская ночь! Она дрожит, она к земле припала. Я так спешил, чтоб яблоням помочь… Трясется сад от пушечного шквала. И чудится, что яблоня ко

Тәҙрәңде ас та

Йәшеренмә һин йәшендән, Дауылдан ҡасма, Йәйҙең хәтәр төндәрендә Тәҙрәңде ас та — Күкте күҙәт, тирбәндермәй Керпек осоңдо, Бик яҡын итеп хәтерлә Йыраҡ дуҫыңды. Йәшен юйһын бүлмәңдәге Төндөң ҡараһын, Һибелдереп сәстәреңде Дауыл тараһын. Дауыл… дауыл! Ул бит минең — Тере хәбәрем, Яҡын йәшен, яҡты йәшен — Минең сәләмем. Мин һулармын, ерҙә дауыл Тынмаһа әгәр, Мин янырмын,

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар…

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар: Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә, Ҡояш бата тауҙар артына, Нуры бүленеп ҡала түбәлә.Тәбиғәттең шундай миҙгелен Күрһә ине минең йылдарым: Мин киткәндә, берәй быуатҡа Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым. 1970  

Таш өҫтөндәге гөлдәр

Һин яҙаһың: «Йылдар, юлдар буйлап 1945 Цветы на камне (Перевод на русский язык) Ты пишешь мне в печали и тревоге, Что расстоянья очень далеки, Что стали слишком коротки и строги Исписанные наскоро листки, Что дни пусты, а ночи очень глухи И по ночам раздумью нет конца, Что, вероятно, в камень от разлуки Мужские превращаются сердца.

Рәхмәт йыры

Был айлы төн аҡыл ярһытырлыҡ. Сихырының юҡ сиге, иҫәбе. Нур төштө лә ысын алмас итте Юлда ятҡан быяла киҫәген. Юлда инем. Гүйә, елдәр алды Бөтә шомдо, бөтә яфаны — Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма. Баҡыр инем. Көмөш яһаның. 1978

Рус түгелмен, ләкин россиян мин

Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен. Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр Сағыл имәненә оҡшатһам, — Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл Мәскәү менән барып тоташҡан. Замандар бик хәтәр мәлдә Мәскәү Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән, Һәм рус халҡы минең яҙмышымды Үҙе яҙмышына иш иткән. Рус түгелмен, ләкин россиян

Поэт, ты выше гор

Поэт ты выше гор, Поэт ты ниже трав, Медлителен и скор – Во всем всегда ты прав…Ты времени порыв, Приторможен слегка, Покорен и строптив, Владыка и слуга… …О время, я дитя Твоё – и сирота. Встревожен не шутя И плачу неспроста: Заключены во мне Весь мир и каждый миг. В закатной тишине Я истину постиг.

Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән…

Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән, Ниңә үтә һуң? Эй һин ғүмер, ниңә бергә түгел, Арабыҙҙан ғына үтәһең? Айырылышҡанбыҙҙыр, бәлки, иртә, Бэлки, үтә иртә. Орлоҡ ҡойған мәлдә ҡайсаҡ гөлгә Ел ҡағылып үтә. Парлап төшкән ике орлоҡтоң береһен Алып китә алыҫ. Ел — уҙғынсы. Нимә уға һөйөү, Нимә уға һағыш. Ярай әле һине ташламаған Үтә йыраҡҡа. Сал

О мөхәббәт!..

О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы Батыр яһап, солтан ир иттең. Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы Балауыҙҙан былай иреттең. О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе, Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең, Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға Һандуғастай һайрар тел бирҙең. О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы Донъя тамуғында яндырҙың. Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып, Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың. 1973 О любовь!.. (Перевод на русский язык)

Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла…

Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла, Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла, Һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман, Һәм мин китеп тә барырмын донъянан. Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан, Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан. Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр, О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр. Күтәрһендәр! Тау хәтлеге йөктәрҙе Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.

Мый — россиянин

Руш омыл мый, но россиянин. Ынде Мый эрыкан, виян, лӱдде ойлем: Ужар мый тумо семын кӱшнӧ кушкым, Россий эҥер вӱдлам йӱын илен. Шке илыш дене кугешнен кертам мый — Ик пӱрымаш руш дене мыланна. Пырля ныл курым подвиг-влак, чап дене Вожге мемнан кылдалтыч тукымна. Москва шукерте, келшымаш йӱкемым колын, Вашеш пелештыш, вий дене темалт. И

Моңһоу йыр

Янып һүндең. Шунан белдем: Көлдәр яуҙы сәсемә. Сәстәремә көлдәр яуҙы, Тоҙ өҫтәлде йәшемә. Йәштәремә тоҙ өҫтәлде. Күңелдәрем тулы моң. Моңдарымды, ҙарҙарымды Кемдәргә һөйләрмен һуң? Кемгә һөйләрмен? Серҙәрем Һаман бата эскәрәк. Хатта яңғыҙлығыңды ла Һөйләргә кеше кәрәк… 1978 Грустная песня (Перевод на русский язык) Ты сгорела… Уж не оттого ли Пепел лег на волосы мои? Пепел

Минең атым

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, Ир ҡанаты ат була… Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем: Госпиталь, 1942 Мой конь (Перевод на русский язык) Мне снился конь мой, друг крылатый, Товарищ верный бранных дел. В мою больничную палату Он, словно молния, влетел.Заржал он, рад со мною встрече, И пена капала с удил. И человеческою речью Со мной мой конь

Мине тағы ташлап китәһең

«Мине тағы ташлап китәһең…» — тип Бойоғаһың оҙатып ҡалғанда. Йәшәп булмай гел ҡауышып ҡына Походлы һәм даулы заманда. Океандарға сыҡһа, караптар ҙа, Дауыл үтеп, ҡайта ярына; Караптарҙа китһәм, кире ҡайтам Тыуған илгә, һинең яныңа. Самолеттар алып менһә мине Болоттарҙың өҫкө яғына, Ваҡыт еткәс, тағы ергә төшәм, Ергә, тимәк, һинең яныңа. Ҡайҙа булһам да мин, илем

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Эйәрләне атай, ялын үреп, Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын, Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Ышан, атай, һин эйәрләп биргән Аҡбуҙатым минең абынмаҫ, Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй, Һуғарырмын дошман ҡанында. Йыуырмын мин фашист ҡаны менән Илем күкрәгенең яраһын, Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым. Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Кешеләргә төрлө төштәр керә

Кешеләргә яман төштәр керә… Имеш, ерҙе атом уртәгән, Океандарҙы быуға әйләндергән, Тауҙарҙы саң итеп күтәргән. Кешеләргә яман төштәр керә… Хаким булған, имеш, диуана, Ә ғалимдар, диуананы хуплап; «Аҡыл эйәһе!» — тип ҡыуана. Кешеләргә яман төштәр керә… Һөйөү әүерелә хатаға, Дуҫ тигәне хаин булып сыға, Ул хыянат итә атаға… Кешеләргә яҡшы төштәр керә… Ерҙә, имеш, асыу,

Кеше

Ваҡыттарҙы, араларҙы Еңмәк булып ҡабаландым. Еңмәҫ борон, саңдар ҡағып, Оран һалып, һауаландым. Йәнәһе лә мин әжәлһеҙ, Ҡояшҡаса һалам күпер, Мин башлаған утлы юлдар Йыһандарҙы ярып үтер. Иркем булғас, тарихтарҙы Меңәр йылға йәшәрттем мин. Хыялымда кешеләрҙе Киләсәктә йәшәттем мин. Күп алыштым, күп бирештем Был тормоштоң ағымында. Баҡһаң икән, сәбәләнәм Заманымдың ҡарынында. 1988

Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым…

Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым, Ә үҙемде ҡыйыумын тип алдайым. Ҡарағаным бар мин аҫыл нур-ташҡа, Нәҡ түбәлә янып торған ҡояшҡа. Бәхет менән осрашҡан бар йөҙгә-йөҙ, Үлем менән ҡарашҡан бар күҙгә-күҙ. Тимәк, матурлыҡ барынан өҫтөндөр, Матурлыҡ — ул үҙе һинең төҫөндөр. Бына шуға ҡыйып ҡарай алмайым, Юҡҡа үҙемде ҡыйыумын тип алдайым. 1956

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең…

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең. Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ. Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул, Бер саҡ килер үлем — ят ҡунаҡ. Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ. 1956

Йылғалар төнөн һөйләшә

Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас.Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман да шылтыр-шылтыр… Күрәһең, инде йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.1960   Ночами разговаривают реки (Перевод на русский язык) Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә,

Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн…

Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн — Ҡабатларға кәрәк. Йырҙан йырға күсһен өс бөйөк зат — «Ватан», «Һөйөү», «Икмәк». Ҡорал алһам йәки йыр сығарһам, Йәки иген икһәм, Ғүмер баҡый хеҙмәтсегеҙ булдым, Ватан, Һөйөү, Икмәк! Бер валсығын, хәләл бер осҡонон Әгәр харам итһәк, Мең ҡәһәрләр беҙҙе, мең ҡәһәрләр Ватан, Һөйөү, Икмәк. 1981 Чтоб старые слова не устарели (Перевод

Истамбулда киске аҙан…

Истамбулда киске аҙан Шундай моңһоу саҡыра: — Мосолмандар, ғибәҙәткә Бер тәңребеҙ хаҡына!.. Мин — уҙғынсы. Мин сит бында. Миңә түгел был аҙан. Мөхәббәтем илһам бирһә, Үҙем доғалар яҙам. Асылы ят күңелемә Күктән килгән әмерҙең. Мин әйтәм үҙ аҙанымды: — Хәйерле төн, ҡәҙерлем!.. 1965—1977

Еңеүҙәрем, уңыштарым булды…

Еңеүҙәрем, уңыштарым булды, Бүләк алдым, хөрмәт татыным; Менмәһәм дә, һыйпағаным булды Алтын ялын шөһрәт атының. Тик тырыштым иреп төшмәҫкә мин Килеп китер шатлыҡ ҡаршында. Сөнки бәхет була тиҡ иртәгә, Тылсымлы ил — диңгеҙ артында. Ләкин булды бер саҡ бәхетемдән Түбәләрем күккә тейгәне. Ул көн миңә: «Иң бәхетле кеше Ерҙә мин ул!» — тине һөйгәнем. 1970

Дуҫҡа теләктәр

Өндәреңдә яҡшы кешеләр күр, Төндәреңдә татлы төштәр күр. *** Йылын түгел, хатта айын, Аҙнаһын Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә Яҙмаһын. *** Әгәр Аҡыл була икән Энең хатта, «Һеҙ» тип кенә өндәш уға Һәр ваҡытта… Әгәр Талант була ҡалһа Һинең әшнәң, Ғәйеп түгел, уға «һин» тип Һүҙ өндәшһәң. 1967

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым…

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым. Бер-береһенә ҡуйып наҙлы башын, Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә. Тик бер ләлә ситкә эйгән тажын, Эргәһендә йәре булмағастын, Сер бирмәгән, ахры, бүтәнгә. Сәскәләргә ҡарап шул мәлдә, Хайран ҡалып торҙом мин — бәндә. 1958

Бәпес менән һөйләшеү

Туҡмаҡ саҡлы ғына бер кәүҙә Мыш-мыш килеп ята биләүҙә….Муйыл сәскә атҡан эркелеп, Күктә йәш ай тора бер телем. Шул сәскә һәм айҙан кесе һин, Тыуҙың икән — инде кеше һин. Күҙҙәрең бар, әле нур күрмәй, Ҡолағың бар, уға моң кермәй. Әйтеләсәк һүҙең — телеңдә, Янасаҡ ут — йөрәк төбөңдә. Әлегә һин бахыр бер кәүҙә, Ятаһың