Һәр аҙнамдың ете көнө…

Һәр аҙнамдың ете көнө
Ете шәмдәй йым-йым итә,
Моңдар сәсеп, ете төнө
Ете көмөш ҡылды сиртә,—
Һинең менән бергә саҡта
Тыуған яҡта.

Һүнгән шәмдәй һәр бер көнөм,
Өҙөлгән ҡыл — һәр бер төнөм,—
Һинән башҡа, яңғыҙ саҡта
Ят тупраҡта.

1966

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *