Алып китә һине минән карабың, Мин, балыҡтай, ярҙа дулап ҡаламын. Һуңғы карап китеү менән, бит бергә Һыу ҙа ярын ташлап китә ғүмергә. Шығырҙатып айғолағын ҡомдарҙың Һығып алған һары…
Стихи Рами Гарипова
Йырым — ҡай саҡ әрем тәме әйткән Көйөп бешкән арыш икмәге, Мамыҡтай аҡ, Йомшаҡ ҡалас һымаҡ, Юҡ шәрбәтең һинең, Юҡ мәгең… Үҙем кеүек көл-күмергә буяп, Аунатҡан бит ауыл…
Бала булып булмай, тик бала саҡ — Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил; Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып, Мәңге сафлап, наҙлан торған ел. Һин донъяны яҡын күргең килһә, Бала…
Башҡортостан сиген үтеү менән, Тыуып-үҫкән ергә етеү менән, Нур тулғандай була күңелгә, Йыр тыуғандай була күңелдә. Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм, Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм Иркәләй бит талған күҙемде,…
Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем…
Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү, Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс: Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй, Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс! Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм, Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?…
Ағыла, ағыла, ағыла Болоттар, болоттар тағы ла. Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар Ағылып, йығылып бер туҡтар? Һарыла болоттар тауҙарға Ел тауға уларҙы ауҙарған. Йәм-йәшел тараҡлы ҡарағай, Әйтерһең, тауҙарҙа сәс тарай….
Зәңгәр бураҙналар һалып, Елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә. Зәңгәр бураҙналар буйлап, Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп. Тулҡын түгел, әйтерһең дә, Күҙ алдымда иген тулҡына. Ҡояш сыҡҡас, алтын төҫлө Тосс башағын…
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде… Алыҫ-алыҫ йондоҙ — Һиңә ул ҡыҙ, Төшөңдә…
Бына минең тыуған ер был — Ҡарт Ҡаратау, югерек Йөрүҙән… Тыуып-үҫкән, һыуын эскән Ерем минең!.. Һине күреүҙән — Күм-күк үләнеңә ятып, Туйғансы бер килә илағым. Ҡая таштарыңа менеп,…