Сеп-сей наҙан

Бер әҙәм: «Русса беләмһең һин?» — тип
Һораны; мин әйттем: «Беләмен мин» — тип,

«Йә, һөйләп ҡара!» — тигәс ул, мин тинем:
«Знакум, я бит ничауа незнаем!»

«Шәп икәнһең руссаға, Шайҡулзадам,
Кем өйрәтте, әйтсе?» — тине ул әҙәм.

Мин был һүҙгә аптырап торҙом; ләкин
Аңланым тиҙ: ул икән сеп-сей наҙан!

Читать Стих:  Йәшәү балҡый

1911

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *