Скрипка

Әй минең һыҙғыслы нәмәм, әй матур кәкре муйын!
Әй күңелдең наҙлы урынынан урын тотҡан уйын.

Һандуғас күк һыҙҙырып һайрап ебәрсе бер генә,
Һайра, йырла, тик мине дәртләндереүсе һин генә.

Һин генә иң нескә хистәр, нескә моңдар шишмәһе,
Һин тауыштар ҡаҙнаһы һәм һин уйындар батшаһы.

Читать Стих:  Ике шәкерт

Һин был донъяның түгел, ожмахта хурҙар сазы һин,
Саф, матур, моңло ауаздарҙың бөйөк остазы һин.

Таң ҡалам мин тауышыңа: ниндәй тылсымлы тауыш,
Ниндәй моң баҫҡан тәрән серле вә әфсенле тауыш.

Ниндәй һәм ялҡынлы ул — һалҡын йөрәкте ҡыҙҙыра,
Бер илап, бер моңланып, бер һыҙғырып йән өҙҙөрә.

Читать Стих:  Халҡым өсөн

Ниндәй нәмә бар һуң унда — зарлана, зар-зар илай,
Зар-зар илаусы кем һуң — әллә ен, әллә пәрей?

Кем генә һуң ҡул осонан ҡыл эсенә моң сәсә?
Кем сәсә моң, кем һибә? Кемдәр илай, кем ыңғыраша?..

Мин ғашиҡ булдым һиңә, әй скрипка, әйҙә һыҙ!
Әлдә һин бар, юҡһа донъям мәғәнәһеҙ һәм файҙаһыҙ.

Читать Стих:  Кеше

1915

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *