Тәбиғәттә шундай миҙгел бар…

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар:
Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә,
Ҡояш бата тауҙар артына,
Нуры бүленеп ҡала түбәлә.Тәбиғәттең шундай миҙгелен
Күрһә ине минең йылдарым:
Мин киткәндә, берәй быуатҡа
Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым.

1970

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *