Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса…

Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса.
Төнгө тымыҡ күлдең буйында
Пар-пар булып йоҡлай аҡҡоштар,
Муйындарын һалып муйынға.

Улар йоҡлай. Ҡоштар бәхетен
Өркөтмәҫме өндәр ҡағылып?
Ҡоштар бәхет сиккән сәғәттә
Уттар йотам, һине һағынып…

1973

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *