Тәҙрәңде ас та

bashkirskie-stihi
Йәшеренмә һин йәшендән,
Дауылдан ҡасма,
Йәйҙең хәтәр төндәрендә
Тәҙрәңде ас та —
Күкте күҙәт, тирбәндермәй
Керпек осоңдо,
Бик яҡын итеп хәтерлә
Йыраҡ дуҫыңды.
Йәшен юйһын бүлмәңдәге
Төндөң ҡараһын,
Һибелдереп сәстәреңде
Дауыл тараһын.
Дауыл… дауыл! Ул бит минең —
Тере хәбәрем,
Яҡын йәшен, яҡты йәшен —
Минең сәләмем.
Мин һулармын, ерҙә дауыл
Тынмаһа әгәр,
Мин янырмын, һуңғы йәшен
Һүнгәнгә ҡәҙәр.
1942
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: