Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды

Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды,
Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын
Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып,
Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым!

Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым,
Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем.
Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем,—
Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем.

Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ,
Ситтән генә һине күҙәтеп:
Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу,
Эйелеүең сәскә өҙәм тип!..

Читать Стих:  Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...

Һин үҙең дә умырзая мәллә —
Умырзая тулы аҡланда?
Ҡағылырға хатта ҡулым бармай,
Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!..

1960