Теләймен

Хоҙайға илап, теләйем теләк:
Беләккә — ҡеүәт, йөрәккә — йөрьәт.

Утлы пар кеүек һулыш теләймен.
Зөлфәҡәр кеүек ҡылыс теләймен.

Ҡабынһын донъя, бер өрһәм «өф» тип,
Табынһын миңә аждаһа, ғифрит!

1916

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *