Уйҙар уртаһында

Һис тотор хәл юҡ күңелдең теҙгенен,
Һис белер хәл юҡ фекерҙең төҙлөгөн,
Бер минутта мең түгел, миллион теләк,
Белә алмайым ҡай теләктең үҙлеген.

Алсы, тәңрем, был күңелдең йөҙлөгөн,
Һалсы күҙҙән был томанлы күҙлегем:
Аңҡы-тиңке ҡайғырып көндәр уҙа,
Инде аҙ-аҙлап безелдәр миҙгелем.

Читать Стих:  2 ғинуар көнө

1917

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *