Уйланған саҡта

Хәҡикәттән йыраҡ ерҙә йөрөйбеҙ беҙ ғәләлғөмйә,
Гонаһыбыҙ шомлоғонан беҙгә зиндан булды киң донъя.

Һыу өҫтөндә кешеһеҙ, буш ағып йөрөгән ҡыйыҡ төҫлө,
Батыр-батмаҫ йөрөйбеҙ, сайҡалабыҙ, ел-дауыл көслө.

Берәр көндә сығырбыҙмы йөҙөп сахил сәләмәткә?
Сыға алмайса китербеҙме әллә туп-тура ҡиәмәткә?

1913

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *