Урамдарҙан үтеп бара

Урамдарҙан үтеп бара, —
Ҡашынан күҙе ҡара,
Йөҙөн күрһәм, хайран ҡалам,
Аҡылдарым юғала.

Ағиҙелдең аръяғында
Кәмә менән кем бара?
Яңы атҡан сәскә төҫлө,
Көлһә, бите ҡыҙара.

Ҡара сәсе таралған,
Ике күҙе ҡаралған,
Әллә сәскә, әллә ҡояш,
Әллә нурҙан яралған?

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *