Усаҡ йыры

bashkirskie-stihi
Зая үткәндә, түлһеҙ хыялдарҙы
«Төтөн» тибеҙ, тимәк, буш, тибеҙ.
Көҙгө урманда бына усаҡ яҡтым,
Усағыма рәхим итегеҙ.Тартынмағыҙ. Йылыһын да бирәм,
Яҡтыһын да бирәм ҡуш ҡуллап.
Тик тыңлағыҙ — ҡалай йырлай ялҡын,
Ҡалай илай төтөн, һулҡылдап.
Ғүмер баҡый ут эсендә булдым —
(Буләкме был әллә язамы?)
…Күрҙем, ялҡын — яныу ҡыуанысы.
Белдем, төтөн — яныу ғазабы.
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: