Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле,
Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере.
Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының
Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө.
Күлдәгенә йөрәк кере һеңгән.
Йән биҙҙергес йәмһеҙ йөрөшө.
Ғәйбәт менән ярап, еңел йәшәү —
Өлөшөнә төшкән көмөшө.
Бәхетһеҙ ул — иблис кеүек ул да
Хаҡлыҡ донъяһынан һөрөлгән.
Сәбәләнеп йәшәй күкрәгендә
Быҫҡып ятҡан зәһәр һөрөмдән.
1968