Һыҙланма, күңел

Маҡтауға ымһынма, күңел,
Ул һиңә юлдаш түгел.
Хурлауға һыҙланма, күңел,
Ул һиңә моңдаш түгел.
Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ,
Хеҙмәтең ҙур булмаһа,
Хурлауҙар хур итә алмаҫ,
Халҡың һөйөп ҙурлаһа.
Бул һин тик халҡыңа тоғро,
Ит хеҙмәт арыу белмәй.
Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,
Тик хеҙмәт йәшәй үлмәй.

Читать Стих:  Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...

1957

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *