Ҡыҙыҡ бөттө

Тарау сәстәр туҙып бөттө,
Матур көндәр уҙып китте;
Матур көндәр, матур һүҙҙәр
Йөрәккә йәм һыҙып китте.Матур йөҙҙә матур күҙҙәр
Матур уйҙар теҙеп үтте;
Бары китте, бары бөттө,
Хәҙер инде ҡыҙыҡ китте.

1916

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *