Яҙылмаған, һыҙылмаған…

Яҙылмаған, һыҙылмаған
Мөхәббәт ҡанундары
Шатлыҡ килтерә әрнеүҙәр,
Туңдыра яныуҙары.

Ҡараңғы яһай көндәрҙе,
Төндәрҙе яҡты итә.
Яртыларҙы бергә ҡуша.
Бөтөндө ярты итә.

Ваҡытҡа ҡояш баш түгел,
Уға мөхәббәт хужа.
Айы йылдарға тартыла,
Көнө сәғәттә уҙа.

Шағир әйткән: «Уның өсөн
Оло ла, кесе лә юҡ…»
Ә ғәмәлдә ни еттелә
Бик улай эше лә юҡ.

Читать Стих:  Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды

1977

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *