Ялкынланып яндым бер ваҡытта…

Ялкынланып яндым бер ваҡытта,
Байтак кеше килде яҡтыма.
Ҡурҡам: яҡтым әҙ-мәҙ кәмей барып,
Етмәһен тип һүнер ваҡытына.

Кәүҙә әкренләп туҙа бара,
Йөрәк тибә, нәмәлер һиҙәм,
Элек ләззәт тапҡан нәмәләрҙән
Йыраҡлаша барам һәм биҙәм.

Ҡышҡа инһәм, нисә айҙар буйы
«Өй тотҡоно» булып торамын.
Үҙем өйҙә, әммә йыраҡларҙа
Йөрөй. Йыһан гиҙә уйҙарым.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *