Йәшәү балҡый

Йәшәү балҡый,
Йәшәү күкрәй
Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың.

Ул шыттымы,
Нур йоттомо —
Ерҙә тағы ғүмер оҙайҙы.

Алтындарҙан,
Атомдарҙан
Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк.

Атайҙарҙы,
Әсәйҙәрҙе
Һөйөндөргән йәшел һәр бер төк…