Ышанмайым көҙгә…

Ғүмер яҙың күптән уҙҙы, тиҙәр,
Ҡыраулы көҙ ҡағына түбәндә.
Ял итергә ваҡыт. Нәүбәт етте…
Эштәреңде ташла, теүәллә!..
Ышанмайым көҙгә.
Яҙҙар даулап,
Илем үрелә йыһан түренә.
Алда яңы һырттар, бейеклектәр,
Тантаналы шаңдаҡ күренә.
Ышанмайым көҙгә.
Ил йөрәген
Тойған күңел тынмаҫ, һыуынмаҫ,
Йырлай-көлә яҙҙан яҙға барыр.
Юҡ, көҙ булмаҫ унда, көҙ булмаҫ.

Читать Стих:  Йәшәү — хеҙмәт

1961

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *