Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын…

Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын,
Өшөгәндә — уттың йылы йомартлығын;

Ҡара төндә онотторҙоң ай хаҡында,
Зәһәр ҡышта онотторҙоң май хаҡында;

Эш өҫтөндә һин бит мине ялһыҙ иттең,
Өмөтөмдөң диңгеҙҙәрен ярһыҙ иттең;

Тик үҙеңде күҙ асып күҙ йомғансы ла
Онотмаҫҡа мәжбүр иттең — бер тамсы ла.

Читать Стих:  Халҡым өсөн

1959

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *