Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм…

Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм,
Юлдарым һиңә бара.
Йылдарым япраҡтай ҡойола,
Тик яҡынаймай ара
Юлдарым һиңә бара.

Йылдарым япраҡтай ҡойола,
Тик зарланыр юҡ зарым!
Бик урау-урау булһа ла,
Һиңә бара юлдарым.
Зарланырға юҡ зарым.

Тимәк, мин әле һөйәмен,
Шул юлдан киләм икән,
Тимәк, мин әле йәшәйем,
Әгәр ҙә һөйәм икән,
Юлымдан киләм икән.

Читать Стих:  Байраҡ

1964

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *