Зөһрәм

Көнө-төнө хәл йыймыйса, йөрөнөң
Ике ауырыу ҡарап йүгереп,
Эштән ҡайтҡанда ла ауырһынмай,
Рәхәтләнеп күңелле көлөп.

Кера инең ишектән кергәндә,
Нурлы була ине йөҙҙәрең;
Һине тағы матурлата ине
Күккә маил зәңгәр күҙҙәрең.

Рәнйемә инде, Зөһрәм, мин бик оҙаҡ
Ауырыным бит һинең ҡулыңда.
Һытыҡ йөҙөң һис бер күрһәтмәнең,
Абынып йығылһаң да юлыңда.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *