Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә

Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә
Осоп төшөр кеүек баҡһа ла,
Һин торған бер ғорур бейеклектә
Күңел ҡанатын ул ҡаҡһа ла,

Ситлектәге тотҡон бөркөт кеүек,
Оса алмай ул һинең күгеңә —
Ҡурҡыу ҡатыш сәйер ҡараш менән
Ҡарайһың һин уның күҙенә…

Аһ, был йыйырсыҡтар, йыйырсыҡтар!
Ҡылыс эҙе улар йөҙөндә.
Йәшһең шул һин, бик йәш…
Белмәйһең дә
Күпме нур бар ҡылыс эҙендә!..

Читать Стих:  Ҡитғалар (отрывки)

1962